Моңһоу көндәргә саундтрек (Soundtrack to Sad Days)

TitleМоңһоу көндәргә саундтрек (Soundtrack to Sad Days)
ArtistDeZ (RUS)
AlbumМоңһоу көндәргә саундтрек (Soundtrack to Sad Days)
Release Date2018-01-10
Description?
Lyrics[Куплет 1]
Моңһоу көндәргә саундтрек, ысынбарлыҡ уйнаған көй
Тишеп ҡараған ҡараштар һәм дә йөрәк тибешен той
Асыу нәфрәт араһында йәшенеп үҫкән үҫемлек
Нимәләр күрһәтер, таждарын әллә үсенме?
Бында Алёша ла, ишәк, кәнтәйҙәргә бысраҡ түшәк
Градустан ҡалҡҡан геройҙар алалманы миҙал түшкә
Айға осалмай ул төшә, бер-икене үлгән төшкә
Бында тылсым тигәндәре инеп сыға, ләкин төшкә
Кемдәрҙер урамда өшөй, кемгә урын юҡ барырға
Кемгәлер юғалтыу берҙә ҡотҡармай дарыуҙар
Диуарҙа ҡала яҙыуҙар, һин аҡыллы ун өс йәштә
Һуңынан һөйләрһен, башта ҡара әле йәшәп
Исемһеҙ батырҙар - еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр
Тәҙрә артында күренеш нимә һала күнелеңә?
Хәлдәрҙең бер көйө бер саҡ сығырбыҙ осона
Мин күрәмен ялҡын, яйлап тоҡанған осҡондан
[Ҡушымта]
Моңһоу көндәргә саундтрек, кемделер был моң үлтерә
Ашмаҫ хыялдан ҡәбергә утлы күперҙән үтергә
Аяҡтар атлай, күҙ күрә нимәләр ишек артында
Арлы-бирле ғүмер - ҡайҙа кире юл ҡайтырға
Моңһоу көндәргә саундтрек, кемделер был моң үлтерә
Ашмаҫ хыялдан ҡәбергә утлы күперҙән үтергә
Аяҡтар атлай, күҙ күрә нимәләр ишек артында
Арлы-бирле ғүмер - ҡайҙа кире юл ҡайтырға

[Куплет 2]
Ишет, был ҡаттарза мине ҡабат күмә моңға
Арлы-бирле ғүмер, ҡара, күҙ алдында томан
Ғүмер мажараға йомарт, бара ниндәйҙер хәрәкәт
Татыным төрлөһөн, таптым һөйөү, күрҙем нәфрәт
Тишек кәҫәләргә процент, тағы яуапһыҙ абонент
Бир миңә ышаныс, бир миңә әҙерәк өмөт
Тере күҙҙәрғә ялкынын тоҡандыр һин ҡабат
Мин яҙамын ләкин, берҙе ла алманым яуап
Күңелемә дауа - был ҡала һулышы
Мин тере һаман да атлайым алға тырышып
Арыным һуғышып сығып яҙмышыма ҡаршы
Үҙем булып калам, ҡарама һин төйөп ҡашты
Яҙмышҡа үпкәләү, әллә ижадтың бер төрө
Куңелемде асам, микро алдында йүткереп
Хәлдәрҙең бер көйө, моңһоу көндәргә саундтрек
Уйҙарҙы еткерҙем. Мин бар һәм мин тере
You might also like[Ҡушымта]